Килеп тыуған хәл “Демография” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ҙур тотҡарлыҡ булып тора. Шуны иҫәпкә алып, Башҡортостанда экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) процедураһына дәүләт ярҙамын арттырырға хәл ителде. 2020 йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум аҡса бүленә. Белгестәр фекеренсә, һөҙөмтәлә ЭКА ярҙамында 3 меңгә яҡын бала донъяға килергә тейеш.