Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 17:40

Стәрлетамаҡта 11 йәшлек бала «кәнфит» менән ағыуланған

Стәрлетамаҡта 11 йәшлек бала «кәнфит» менән һыйланғандан һуң үҙен насар тойған. Бәләгә тарыусы шунда уҡ ашығыс ярҙам менән дауаханға килтерелгән.

Әлегә билдәле булыуынса, наркотик матдәне малайға өлкән класс уҡыусыһы тәҡдим иткән. Әммә снюс баланың һаулығына кире йоғонто яһаған. Ул хатта аяғына ла баҫа алмай һәм үҙен адекват тотмай. Ошондай уҡ хәл бер нисә көн элек Новосибирск ҡалаһында ла теркәлгәйне. Малай әсәһен ишетмәй, биргән һорауҙарына ла яуап ҡайтармай.

Бөгөн снюстар йәки никотинлы ҡатнашмалар аҙыҡ-түлек магазиндарында ирекле һатыла. Ҡағыҙ пакеттағы порошоктар «кәнфит» йәки һағыҙҙы хәтерләтә. Ғәмәлдә ул тәмәкенән баш тартырға теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән, әммә бөгөн ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары уны эйфория, наркотиктың иҫерткес хисен тойоу өсөн ҡулланырға тотонған.

Башты бутаусы «кәнфит»тәрҙә никотин дозаһы бик ҙур, тәмәке менән сағыштырғанда ун тапҡырға күберәк. Иң мөһиме, снюстар ағыуланыу, хатта үлемгә тиклем килтереүе ихтимал. Әлеге ваҡытта прокуратура никотинлы ҡатнашмалар һатыуҙы тыйыусы закон проекты әҙерләй. Стәрлетамаҡта баланың ағыуланыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған.

Константин Толкачев снюстарға үҙенең ҡарашын белдерҙе һәм уларҙы һатыуҙы сикләргә тәҡдим итте. Башҡортостан парламентында Дәүләт Думаһындағы коллегаларының башланғысын хуплайҙар. Улар бәлиғ булмағандарға вейптар, кальяндар, электрон тәмәкеләр һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған федераль закон ҡабул итте. Законда уларҙы рекламалауҙы сикләү саралары индерелә, кальяндар һәм электрон тәмәкеләр ғәҙәти тәмәке изделиеларына тиңләштерелә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев парламент республика прокуратураһы менән бергә Башҡортостан биләмәһендә тәмәкеһеҙ никотинлы һура һәм сәйнәй торған ҡатышмаларҙы һатыу буйынса сикләү сараларын әҙерләй башланы тип билдәләне. Ағымдағы йылдың сентябрендә республикала бәлиғ булмағандарға электрон тәмәкеләр, вейптар, кальяндар һәм башҡа ошондай тартыу ҡатышмаларын һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде, тине ул. Уның фекеренсә, вейптар ҡулланыу балаларҙы тәмәке тартыуға ылыҡтыра, шуға уларҙы ошо зарарлы йоғонтонан яҡларға кәрәк. Снюстарҙың да балалар организмына зыяны ҙур.
Читайте нас: