Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2019, 22:29

Өфө тирәләй Мәскәүҙәге кеүек транспорт ҡулсаһы эшләргә уйлайҙар

Планға баш ҡала әйләнәһенә Мәскәү ҡулса тимер юлындағы кеүек комфортлы электр поездары ебәреү һалынған. Шуның менән Юрмаш, Шамонин, Нуғай, Чесноковка һәм аэропорт тоташасаҡ һәм йөк поездары Өфөнө урап үтәсәк.

Кешеләр станцияларға автобустарҙа барасаҡ. Ҡулсалы тимер юлға билетҡа берҙәм транспорт картаһы аша түләргә мөмкин буласаҡ.

Быларҙың барыһы ла этаплап башҡарыласаҡ. Киләһе йылда тимер юл платформалары ремонтланасаҡ һәм уларға автобус маршруттары асыласаҡ. 2021 йылда иһә яңы станциялар һәм тимер юлы ҡороласаҡ. Проекттың тулыһынса ҡасан тормошҡа ашырылыуы билдәһеҙ.
Читайте нас: