Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2019, 10:50

Исемлектә Башҡортостан бармы?

Рәсәй Президенты Владимир Путин һалым буйынса тәжрибәне киңәйтеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Документ нигеҙендә 2020 йылдың 1 ғинуарына тәжрибә тағын бер нисә төбәккә: Санкт-Петербург, Воронеж, Волгоград, Ленинград, Түбән Новгород, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалин, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләренә, шулай уҡ Красноярск һәм Пермь крайҙарына, Ненец, Ханты-Манси (Югра) һәм Ямал-Ненец автоном округтарына, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһына таратыласаҡ.

Документта, 2019 йылда экспериментты тормошҡа ашырыуҙы анализларға һәм уны 2020 йылдың 1 июленән Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарына ла индереү мөмкинлеген һәм маҡсатсанлығын баһаларға кәрәк буласаҡ, тип билдәләп үтелә.

Ноябрҙә финанс министры Антон Силуанов шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым режимын 2020 йылдың йәйенән илдең барлыҡ төбәктәренә лә таратырға йыйыныуҙарын белдерҙе. Ул, бюджет өсөн ихтимал булған хәүефтәрҙе кәметеү өсөн ведомствола схеманы эшләп бетөрәсәктәр, тип вәғәҙә итте.

2019 йылдан илдең дүрт субъектында — Мәскәү ҡалаһындә, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә һәм Татарстанда — эксперименталь форматта шәхси эҡыуарҙар өсөн һалым гамәлгә индерелде. Был яллангған хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итмәйенсә генә түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүсе граждандарға ҡағыла. Ундай хеҙмәткәрҙәрҙе физик берәмлектәр менән эшләгәндә - үҙ табыштарының дүрт процентын, юридик берәмектәр менән эшләгәндә алты процентын хөкүмәт файҙаһына күсерергә мәжбүр иттеләр.

#ВладимирПутин
Читайте нас: