Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2019, 13:56

Стәрлетамакта эттәр өсөн концлагерь

Эттәрҙе бында ирекмәндәр килтереп торған, әммә уларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүен тикшерергә баштарына ла килмәгән. Ошо көндәрҙә уларҙың бер нисәһе эттәрҙе аҫрау шарттары менән танышырға булған һәм ҡот осҡос картинаға тап булған.
улар йән аҫраған бинала ҡот осҡос һалҡын. Иҙәнгә ырғытылған иҫке сепрәктәр араһында 40-ҡа яҡын эт ҡалтырана. Уларҙың барыһы ла аслыҡтан ҡаҡ һөйәккә ҡалған. Ваҡиға урынынан төшөрөлгән фотолар социаль селтәргә сыҡҡас, унда шау-шыу ҡуба.
- Унда тағын эттәр күп әле, йортта 18 бесәй ҙә бар, улар өсөн алған аҡсаға был икәү эсеп ята, - тип яҙа берәү.
Әлеге йорт хужалары ла социаль селтәр аша асыу белдерә, йәнлектәрҙе яҡлаусылар менән бәхәсләшә.
Был бәхәскә хоҡуҡ һаҡлаусылар нөктә ҡуйырға тейештер.
Читайте нас: