Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабря 2019, 15:21
Йәш профессионалдар майҙан тота
“Мин – профессионал” олимпиадаһының онлайн тәртибендәге һайлап алыу этабында 88 414 Рәсәй студенты ҡатнашты, шуларҙың 2791-е – Башҡортостандан. Һөҙөмтәлә республикабыҙ һайлап алыу этабында ҡатнашыусылар һаны буйынса илдәге алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде.
Мәғлүм булыуынса, “Мин – профессионал” проекты Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһындағы өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе.
“Һайлап алыу этабы 17 көн дауам итте һәм 8 декабрҙә тамамланды. Унда студенттарҙың теоретик белеме тикшерелде. Тиҙҙән ғәмәли күнекмәләр буйынса һынау ойошторола", – тине “Мин – профессионал” проектының етәксеһе Валерия Касамара. Уның әйтеүенсә, һайлап алыу этабында “Дауалау эше һәм педиатрия”, “Стоматология”, “Экология”, “Юриспруденция”, “Математика” кеүек йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирелгән.
Сараның йомғаҡлау этабы ошо ҡышта үтәсәк. Уның майҙансыҡтары илдең федераль округтарында урынлаштырыла. Ҡатнашыусылар майҙансыҡты үҙаллы һайлай. “Мин – профессионал” олимпиадаһының өсөнсө миҙгелендә еңеүселәр 2020 йылдың яҙында билдәләнә. Дипломанттар Рәсәй вуздарындағы магистратураға, аспирантураға һәм ординатураға ингәндә ташламаларҙан файҙаланасаҡ. Уларға шулай уҡ ҙур компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә. Миҙалсыларға иһә 100 – 300 мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"