Дим буйҙары
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2019, 20:09

Ял итә-итә арып бөтәбеҙ...

Ял итә беләбеҙме? Нисек уны файҙалы, йөкмәткеле итеп үткәрергә? Ошо хаҡта билдәле табип Александр Мясниковтың кәңәштәре Яңы йыл байрамы көндәре алдынан урынлы булыр.

Рәсәй халҡының сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса илдә бик күп программалар бар, шуларҙың иң мөһимдәренең береһе – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылған эштәр. Әммә күп нәмә кешенең үҙенә, ҡамасаулаған насар ғәҙәттәргә бәйле.

Ял көнөндә һәр кемдең йоҡо туйҙырғыһы килә. Шуға күрә һуңыраҡ ятып, һуңыраҡ тороуҙы ғәҙәт итеп алғанбыҙ. Тимәк, йоҡо гигиенаһын боҙабыҙ. Артыҡ күп йоҡлауҙың һимереү, шәкәр диабеты сәбәпсеһе булыуы ла ихтимал. Өҫтәүенә ял көндәрен табын тирәһендә, тәмле-татлы ашап ҡына үткәрергә яратабыҙ. Артыҡ калориялар кешенең сәләмәтлегендә мотлаҡ сағылыш табасаҡ. Алкоголде ҡулланыу дозаһының арттырылыуы ла беҙҙең файҙаға түгел.

Аҙна уртаһында етерлек дәрәжәлә хәрәкәтләнмәй, күнекмәләр менән шөғөлләнмәй йөрөп, ял көндәрендә “хата”ны төҙәтергә тырышыу зыянға ғына булыуы ихтимал, хатта уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә юлыҡтырыуы бар, тип киҫәтә доктор. Табип ял көнөндә йәшәү рәүешен тулыһынса үҙгәртеү яҡлы, бер-ике көнгә яратҡан диван, телевизорҙы ҡалдырып, тәбиғәт ҡосағында йәки туризм базаһында ял итергә тәҡдим итә.
Читайте нас: