Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 11:41

Фельдшер-акушер пункттары артасаҡ

Башҡортостанда киләһе йылда 72 авария хәлендәге фельдшер-акушер пункты яңыға алмаштырыласаҡ. Шуның 57-һе үҙәк ҡаҙнанан финанслана.

13 ФАП Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлә башлаған. Тағы ла алты пункт "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" федераль маҡсатлы программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы һалына.

БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ФАП-тар ваҡытында медицина персоналы менән тәьмин ителергә тейеш.

2020 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы тарафынан 31 объектты проектлау һәм төҙөүгә биш миллиард һум һалыу ҡаралған.

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан



Читайте нас: