Программаға ярашлы, 110 дауаханаға электрон сират терминалдары ҡуйылды. 143 ҡоролма аша пациенттарға табип ҡабул итеүенә яҙылыуы еңел буласаҡ. Терминалдарҙы ҡулланыу белгестәргә сиратты кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Терминалдың һәр береһендә мотлаҡ медицина страховкалауы полисының штрих-кодын "уҡыған" махсус сканер ҡуйылған.