Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2019, 12:16
“Иң мөләйем” тип танылды
12 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы предприятиелары hәм ойошмаларының эшләүсе йәштәре араһында «Хеҙмәткәр ханым — 2019» («Работница-2019)» республика hөнәри оҫталыҡ конкурсы булып уҙҙы.
Конкурста республика ҡалалары hәм райондарынан 13 хеҙмәткәр үҙ-ара көс һынашты. Беҙҙең Бишбүләк районы исеменән Ҡаныҡай урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әхмәтшина Фәриҙә Рәмил ҡыҙы ҡатнашты hәм «Һөйкөмлөлөк» номинацияһында еңеүсе булды. Унда ҡатнашыусыларға предприятие тураһында күргәҙмә, «Мин hәм минең предприятием» видеопрезентацияһы hәм ижади конкурс әҙерләргә кәрәк ине. Конкурсанттар «Дефиле» визиткалар конкурсында, «Мин hәм минең предприятием» видеопрезентациялар конкурсында hәм «Сәнғәтле hөнәр» бәйгеһендә ярышты.
Хөрмәтле Фәриҙә Рәмил ҡыҙын «Һөйкөмлөлөк» номинацияһында еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете hәм шәхси үҫеш теләйбеҙ.
Әлфия Уканиева.
Автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"