Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2019, 10:50
Ярҙам итәм тиһәгеҙ...
Онкология – заман афәте. Был мәкерле сир ҡағылмаған ғаиләләр бик һирәктер хәҙер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәрҙең туғаны, танышы, коллегаһы яман шешкә дусар.
Билдәле булыуынса, Республика клиник онкология диспансерында паллиатив бүлексә эшләп килә. 26 декабрь көндөҙгө сәғәт 3-тә "Өфө хосписы" коммерцияға ҡарамаған ирекмәндәр ойошмаһы унда концерт менән килергә йыйына. Улар шулай уҡ Өфө халҡынан сирлеләргә бүләктәр менән ярҙам итеүҙе һорай.
Барлығы 35 йылы плед кәрәк икән, шулай уҡ төрлө күстәнәстәр бирергә мөмкин.
Ярҙам итергә теләгәндәрҙән бүләктәрҙе 25 декабрҙә Генерал Горбатов урамындағы 7/5-се йортта сәғәт 10.00 - 19.00 арауығында ҡабул итәләр ("Юғалтыуҙар юҡ" фонды офисы).
Ауыр сир менән көрәшкән кешеләрҙең күңелен күтәреп, аҙ булһа ла хәлен еңелләштерәйем тиһәгеҙ, ошо акцияла ҡатнашырға була, дуҫтар.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"