Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2019, 10:00

Милли проект: хоспис ҡайҙа төҙөләсәк?

Өфөлә хоспис төҙөү хаҡында күптән һүҙ алып барыла. Шуға ла республика Башлығы Радий Хәбиров уны төҙөү зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, тап шундай яҙмышҡа дусар булғандар яңылыҡты хуплап ҡаршы алды.

Тәүҙә ҡала хосписы “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексына ингән урында булыр тип күҙалланғайны. Кисә уның аныҡ урыны билдәләнде. Өфө хосписына урын “Мега” сауҙа үҙәге артында бүленәсәк. Бының өсөн 237 сутый майҙан ер бүлеү хаҡында республика Башлығының ҡарары ҡабул ителде.

Был учреждение Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: