Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2019, 10:06

Водителдең тормошо ҡатмарлана, кеҫәһе таҡырая...

Автомобилистарға ҡағылған был биш закон 2020 йылда көсөнә инә. Һәр береһе уларҙың тормошон ҡатмарландырасаҡ.

Тәүгеһе диагностика картаһының мотлаҡ булыуын талап итә, булмаһа, һине ике мең һумлыҡ штраф көтә. 1 ғинуарҙан унһыҙ ОСАГО рәсмиләштереү мөмкин булмаясаҡ, дөйөм штраф суммаһы 2800-гә барып баҫасаҡ.

Икенсе закон техник күҙәтеүгә ҡағыла. 1 июлдән был процедураны үтмәйенсә диагностика картаһын алып булмай. Өҫтәүенә һәр автомобилде өс тапҡыр фотоға төшөрөүҙе һәм берҙәм базаға ебәреүҙе талап итәсәктәр.

Өсөнсө закон - номерһыҙ йөрөүҙе ҡәтғи тыйыу. Элек яңы машинала, теркәү номерҙарынан тыш, бер аҙнанан күберәк ваҡыт йөрөү рөхсәт ителде.

Яңы йылда водителдәргә үҙ иҫәбенә кузовҡа йәки автомобиль рамына өҫтәмә маркировка эшләргә тура киләсәк. Был идентификация номерҙары тутыҡҡан машиналарға ҡағыла.

Бишенсе үҙгәреш - утилләштереүгә хаҡ артыуы. Быныһы кеҫәгә айырыуса ныҡ һуғасаҡ, яҡынса 50-150 мең һум тирәһе булыуы көтөлә.

Шулай ҙа кәйефте төшөрөргә ярамай, сөнки был үҙгәрештәр юлдарҙа хәүефһеҙлек, тәртип мәсьәләләрен яйға һалыуға, енәйәселекте кәметеүгә йүнәлтелгән. Тәьҫирле булырмы, быныһын ваҡыт күрһәтер.

bash.rbsmi.ru
Читайте нас: