Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабря 2019, 15:33
Яңы йыл алдынан Бишбүләк байрамса төҫ ала...
Яңы йыл ишек шаҡырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа байрам кәйефе һиҙелә башланы: биналарҙа, йорттарҙа гирляндалар ҡабына, шыршылар биҙәлә, тәҙрәләрҙә ҡағыҙ ҡар бөртөктәре урын ала.
Район хакимиәте алдындағы майҙанды байрамдың төп символы - шыршы биҙәй. Боҙ ҡаласығында йола буйынса быйыл да Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай һыны ҡуйылған, шулай уҡ улар янында йыл символы булған Сысҡан да урын алған. Бында көндөҙҙөрен бала-саға һырғалаҡта шыуып кинәнә, ә кискеһен емелдәп янған шыршы уттары олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп итә.
Төп майҙансыҡтағы боҙ ҡаласығынан тыш, райондың һәр ойошмаһы, учреждениеһы ла үҙ биналарын байрамға әҙерләгән. Магазин, сауҙа нөктәләре лә сағыу уттары менән халыҡты үҙенә саҡрып торғандай. Ҡыҫҡаһы, район үҙәге күҙгә күренерлек булып үҙгәрҙе: һәр ҡайҙа ҡуйылған шыршылар, емелдәп янған гирлындалар халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итә.
Ләйлә Ғүмәрова,
автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"