Дим буйҙары
-4 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабря 2019, 05:21
Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асыуҙары ихтимал
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асырға тәҡдим итте.
Добавить в предпочтительные источники Google
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында «заказсылар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре компетентлыҡ кимәленең етерлек булмауын күрһәтте», - тип билдәләне ул.
Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, юл-транспорт тармағы әле үк квалификациялы инженер-техник кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошондай ҡытлыҡ, ғәмәлгә ашырыу планлаштырылған эш күләмен иҫәпкә алып, арта бара.
- Шуға бәйле транспорт белеме буйынса координация советын булдырыу һәм Өфө автотранспорт колледжын республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыу, артабан уны юғары уҡыу йорто — Башҡортостан дәүләт транспорт академияһы рәүешендә аккредитациялау башланғысы менән сыҡтыҡ. Был юл-транспорт предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине, — тине Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе.
Радий Хәбиров башланғысты хупланы, республиканың бюджет урындары менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡушылырға ҡушты.
#миллипроекттар
#төбәкпроекттары
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"