Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Декабрь 2019, 10:24

Диплом һәм аттестат һатып ятҡандар

Ҡала прокуратураһы граждандарҙы тыйылған мәғлүмәттән сикләү өсөн «Интернет» селтәрендә мониторинг ойошторған һәм 5 интернет магазинды япҡан.

Мониторинг һөҙөмтәһендә селтәрҙә юғары уҡыу йортто һәм урат һөнәри белем алыу тураһындағы дипломдар һәм мәктәп тамамлау тураһында аттестаттар һатыу менән эш иткән интернет магазиндар асыҡланған.

Порталдарға һәр теләгән кеше инә алған, унда пароль һәм логин менән теркәлеү ҙә талап ителмәгән, бөтә мәғлүмәт асыҡ ятҡан һәм һәр интернет ҡулланыусы уның менән таныша алған.

Быға бәйле ҡала прокуроры интернет сайттарында урынлаштырылған мәғлүмәтте Рәсәй Федерацияһы территорияһында таратыуға тыйыуға бәйле судҡа иск менән сыға. Прокурор ҡуйған талаптар тулыһынса үтәлә, законһыҙ интернет сайттары ябыла.
Читайте нас: