Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2019, 10:25

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта

Дөрөҫөн генә әйткәндә, иң кәрәкле нәмәгә – аҙыҡ-түлеккә хаҡтың йылына бер нисә тапҡыр артыуына күнегеп тә бөткәнбеҙ инде.

Был тәңгәлдә хаҡтарҙың күтәрелеүе илдә быйыл уҡ башланды: аҡ икмәккә -7,7, ҡара икмәккә 9,6 процентҡа артты. Киләһе йыл башынан икмәк тағы ла ҡыйбатланасаҡ. Быны эксперттар игендең, ондоң, электр энергияһының хаҡы артыуы менән аңлата.

Шул уҡ ваҡытта быйыл ярмаға һәм ҡуҙаҡлыларға хаҡ 14,8 процентҡа артты. Хәҙер инде эксперттар ҡарабойҙай ярмаһының ҡыйбатланыуын көтә – был әлеге культура сәсеүлектәренең ҡыҫҡарыуы менән аңлатыла.

Дөйөм алғанда, 2019 йылда аҙыҡ-түлек 1,7 процентҡа ҡиммәтләнде. Яңы йылдан инде ул тағы ла күтәреләсәк. Атап әйткәндә, шәкәргә – 5, шоколад менән кәнфиткә – 6, ҡош итенә һәм йомортҡаға – 12, печеньеға 7 процентҡа артыуы көтөлә. 1 ноябрҙән электрон ветеринар сертификат ғәмәлгә индерелеү менән бәйле, киләһе йылдан һөт продукцияһына ла 10 процентҡа ҡыйбатлана.

Башинформ.
Читайте нас: