Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2019, 20:01

Архивҡа бармайынса мәғлүмәт алырға мөмкин

Башҡортостандың Милли музейында республикабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы “Башархив” проектының исем туйын үткәрҙе.

Шул иғтибарға лайыҡ, был - уникаль проекттарҙың береһе. Ул (тарихта тәүге тапҡыр) Башҡортостан халҡына Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙағы мәғлүмәттәр һәр хужалыҡ карточкаһының күсермәһе менән танышыу мөмкинлеген бирә. Хәҙер иһә ошо портал аша 5 740 документ ҡыҙыҡһынған һәр кешегә асыҡ.

Әйткәндәй, 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу тураһындағы архив мәғлүмәттәре Рәсәйҙең биш төбәгендә генә һаҡланған. “Башархив” проекты республикабыҙ халҡына үҙенең тыуған төйәгенең тарихы хаҡында тәрән мәғлүмәт алырға булышлыҡ итә.

– Бынан тыш, “Башархив” проекты үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен белергә ынтылыусыларға ныҡ ярҙам итә, шулай уҡ туғанлыҡ тамырҙарын тикшереүселәрҙең дә эшен еңеләйтә, – тип тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры, республикабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе Марат Зөлҡәрнәев. – Әгәр ҙә быға хәтлем берәй бәләкәй генә мәғлүмәт алыу өсөн дә архивҡа йүгерергә тура килһә, бынан ары уны өйҙән сыҡмайынса йәки эш урынында ла табырға мөмкин.
Читайте нас: