Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2019, 10:35

«Ауыл табибы» программаһы буйынса 99 табипҡа 1 миллион һум аҡса

Быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса Башҡортостандың 99 табибына — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум тапшырылды. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнде.

«Ауыл табибы» программаһына эләкмәгән 150 табип та 1 миллион һум алды. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 137 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән.

Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа 5 мең һум бирелә, ә 416 ординатор 8 мең һум ала.

.bashinform.ru
Читайте нас: