Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 19:36

Йәш лидерҙарҙы тәбрикләнеләр

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Башҡортостандың йәш лидерҙары” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. Ҡотлау тантанаһы кисә республика Хөкүмәте йортонда үтте. Александр Сидякин конкурстың 52 еңеүсеһенә дипломдар һәм иҫтәлекле статуэткалар тапшырҙы.

Конкурс һынауҙарын уңышлы үткән еңеүселәр белем биреү марафоны сиктәрендә ике айлыҡ уҡыу курсы үтте. Уҡыу түбәндәге темалар буйынса ойошторолдо: “Һөҙөмтәгә юл тотоу”, “Шәхси нәтижәлелек”, ”Хәл-тороштағы лидерлыҡ”, “Командалар менән идара итеү”, “Проектлы идара итеү нигеҙҙәре”, “Һаҡсыл етештереүгә инеү”, “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ”, “Стратегик фекер йөрөтөү”, “Системалы фекер йөрөтөү”, “Коммуникациялар”, “Презентациялар, кеше алдында сығыш яһау”.
Ҡатнашыусылар уҡыу һөҙөмтәләре буйынса сығарылыш проекттарын яҡлаған. Уларҙың тематикаһы иҡтисад һәм социаль тормоштоң төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә алды. “Һанлы ауыл хужалығы”, “Юғары технологиялар өлкәһендә технопарк”, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрендә виртуаль ысынбарлыҡ”, “Онкология сирҙәре булған пациенттарға, канцерофобиялы кешеләргә һәм уларҙың туғандарына ярҙам итеү үҙәге”, “Башҡортостанда компьютер спортын үҫтереү үҙәге”, “Проектуариум” һәм башҡалар.
– Беҙгә һеҙҙең янып торған күҙҙәрегеҙ, йәштәрсә дәртегеҙ, белемегеҙ һәм көсөгөҙ кәрәк, – тине Александр Сидякин уларға. – Бөтәгеҙгә лә яңы еңеүҙәр һәм яҡшы Яңы йыл кәйефе теләйем.

Читайте нас: