Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Декабрь 2019, 16:24

Майҙан тулы Ҡыш бабай!

Баш ҡалабыҙҙың Ленин майҙанында Ҡыш бабайҙар парады үтте. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре менән Ҡарһылыуҙарын да алып килгәйне.

Тынлы оркестр музыкаһы аҫтында йөҙәрләгән тылсым эйәһе, балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә яҡшы кәйеф, ҡыуаныс бүләк итеп, Яңы йылда ҙур уңыштар теләне.

Ҡала уртаһындағы Яңы йыл шыршыһын уратып йөрөгәндән һуң, улар күңелле сығыштары менән тамашаға килгән һәр кемде дәртләндереп, киләһе йылға бары һөйөнөстәр генә вәғәҙәләне. Ҡыштың иң матур тамашаһы өфөләрҙең хәтерендә йыл әйләнәһенә һаҡланасаҡ, әлбиттә. Сит ил студенттарының, айырыуса Африканан килгән йәштәрҙең әкиәт геройҙары костюмдарында күңел асыуын халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Өфөләр рәхәтләнеп Ҡыш бабайҙар менән фотоға төштө, Яңы йыл һулышын алып килгән байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.



Читайте нас: