Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2019, 16:18

Кәбисә йылын ҡаршы алабыҙ

2020 йылда Көнсығыш календары буйынса Ҡабанды йылғыр Аҡ Сысҡан алмаштырасаҡ. Өҫтәүенә ул кәбисә (февраль айы 29 көндән килә) йылы ла. Күптәрҙе был һағайта, шомландыра, әммә ғәмәлдә борсолаһы урын юҡ.

Киләһе йыл никахлашыу, ғаиләне ишәйтеү өсөн бик яҡшы. Аҡ төҫ таҙалыҡ, бөхтәлек, һәйбәт, изге уйҙарҙы кәүҙәләндерә. Йыл символы намыҫлы йәшәгән, үҙ көсө менән донъя көткән һәр кемгә ярҙам итәсәк, тирә-яҡ мөхитте һаҡлаясаҡ һәм кешеләргә ҙур хөрмәт менән ҡараясаҡ.

Тормош булғас, күңелһеҙлектәр ҙә, ҡатмарлы хәлдәр ҙә булыр. Айырыуса йыл башында талапсан Аҡ Сысҡандың ышанысын яулау өсөн тырышлыҡ һалырға тура килер. Әгәр ҙә етдиһегеҙ, үҙегеҙҙең көсөгөҙгә ныҡлы ышанаһығыҙ, изге күңелле, мәрхәмәтле икәнһегеҙ, һеҙгә бер ниҙән дә ҡурҡырға ярамай.

Финанс яғынан борсолор өсөн сәбәп юҡ, сөнки Аҡ Сысҡан мул тормошта, запас менән йәшәргә ярата. Шулай булғас, һеҙгә лә байлығығыҙҙы ишәйтеү, тормошоғоҙҙо яҡшыртыу өсөн уңайлы мәл етте.

Икенсе ярты йыллыҡта тормоштоң төрлө өлкәләрендә көтөлмәгән етди үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Үҙегеҙ өсөн яңы шөғөлдәр уйлап тапһағыҙ, иғтибарығыҙҙы ыңғай хәл-ваҡиғаларға йүнәлтә алырһығыҙ. Аҡ Сысҡан һис тә ябай йән эйәһе түгел, ул хәйләкәр ҙә, мут та, эскерле лә, теләгән һәр хәлде үҙ файҙаһына бороп ебәреүе мөмкин, шуға күрә йыл буйы уяулыҡты юғалтырға, тынысланырға ярамай.


bash.rbsmi.ru
Читайте нас: