Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2019, 16:05

Силәбенең ҡырыҫ әбейҙәре ни ҡылған?

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, күрше Силәбелә иҫ китерлек ваҡиға булған. Әбейҙәр заводты баҫып ингән һәм миллионерға әйләнгән!

Силәбе ҡалаһының һәм уның кешеләренең “ҡырыҫ” тигән даны сыҡҡан. Урындағы әбейҙәр быны тағы бер тапҡыр дәлилләне. Инәйҙәр нисектер ташландыҡ ликер-араҡы заводы биләмәһенә ингән һәм етештереүҙе башлап ебәргән. Улар бөтәһе 25,6 миллион һумлыҡ алкоголь сығарыуға өлгәшкән.

Асыҡланыуынса, предприятие 2001 йылдан 2016 йылға тиклем эшләгән дә, аҙаҡ төрлө сәбәптәр буйынса ябылған. Биләмәне бикләп ҡуйһалар ҙа, барлыҡ ҡорамалдар урында ҡалған. “Эшлекле” әбейҙәр ошоноң менән файҙаланған да инде. Тик хоҡуҡ һаҡсылары инәйҙәрҙең эшҡыуарлыҡ сифатын юғары баһаламаған шул, уларҙы суд көтә.

Бына һиңә ҡырыҫ әбейҙәр...



Читайте нас: