Дим буйҙары
+3 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабря 2019, 11:26
“Яңы йыл байрамында бер-ике көн ял итербеҙ ҙә... һәм алға - райондарға!”
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә эш башлағандың тәүге көндәренән үк район-ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтың тын алышы менән ныҡлап таныша башланы. Үтеп барған йылды барлағанда, төбәк етәксеһе бөтә район һәм ҡлалаларҙа булып сыҡҡан тип әйтерлек.
“Күҙәтеү идаралығы иҫәпләне – 2019 йылда мин 43 районға эш сәфәре менән сығып, 403 объектта булғанмын һәм 141 тапҡыр халыҡ менән осрашҡанмын. Эш сәфәрҙәрем һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Республика LIVE #дома” тапшырыуы 103 тапҡыр эфирға сыҡты. Хәл ҡатмарлы булған урындарға бер нисә тапҡыр сыҡтым: Сибайҙа – алты, Өфөлә – 29, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта икешәр тапҡыр осрашыуҙар үтте.
Бара алмаған райондарҙың халҡы алдында ғәфү үтенәм, сөнки иҫәп өсөн йөрөмәйем, ә мәсьәләләрҙе хәл итергә сығам.
Яңы йыл байрамында бер-ике көн ял итербеҙ ҙә һәм алға, райондарға!” – тип яҙған Радий Хәбиров үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарында.
Тимәк, Башҡортостан Башлығы Яңы йыл каникулын ял итеп үткәрмәйәсәк, ә райондарға сығып, урындарҙағы мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, халыҡ менән осрашасаҡ.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән