Дим буйҙары
+3 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
10 Января 2020, 13:40
Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыла
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында хәбәр итә.
Башҡортостан мәктәптәрендә тейешенсә йыһазландырылған стоматология кабинеттарын булдырыу дауам итә.
"Вәғәҙә иттек — эшләйбеҙ. Мәктәптәрҙә 153 стоматология кабинеты инде эшләй, ошо көндәрҙә тағын 61-ендә ремонтты тамамланыҡ. Йыһаздар балалар стоматологияһы өсөн барлыҡ талаптарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, яңы, заманса. Бындай яҡты һәм матур кабинеттарҙа балалар тештәрен дауаларға ҡурыҡмаясаҡ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алған төбәк етәксеһе.
Билдәле булыуынса, республикала “Сәләмәт йылмайыу” модуле индерелә. Әлеге проект сиктәрендә республиканың 800-ҙән ашыу уҡыусыһы булған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары барлыҡҡа киләсәк.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән