Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Января 2020, 07:55
Өс йәшлектәр ҙә көсөн һынай ала
Балалар һүрәттәренә үткәрелгән халыҡ-ара конкурстың төбәк этабына эштәр ҡабул ителә. ”Хеҙмәтте һаҡлау балалар күҙҙәре менән” тип аталған ижади бәйгелә өс йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.
Ижади эштәр өс йәш категорияһында баһалана - 3 йәштән 6 йәшкә, 7 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр һәм өлкән класс уҡыусылары араһында. Йәш авторҙар хәүефһеҙ етештереү темаһына һүрәттәрен төрлө хеҙмәт даирәһе менән бәйләй ала. Бәйгелә ҡатнашыусынан бер генә һүрәт ҡабул ителә.
Бөтә һорауҙарығыҙға яуапты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында таба алаһығыҙ. Иң яҡшы һүрәттәр конкурстың милли этабына ебәреләсәк.
#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән