Мәскәү мэрының социаль үҫеш һорауҙары буйынса урынбаҫары Анастасия Ракова әйтеүенсә, өйләнешергә теләүселәр бик күп булыу сәбәпле, 2 февраль көнөндә өҫтәмә 2 ЗАГС бүлеге асыласаҡ, ә 20 февралдә 34 ЗАГС бүлектәрендә никахҡа инеү тантаналары үтәсәк.
- Ғәҙәттә эш көндәрендә тантаналы теркәүҙәр бары тик Никах һарайҙарында ғына үтә, әммә беҙ йәштәрҙең хәлен аңлап, күберәк мәйҙандар асырға булдыҡ. 2020 йылдың 20 февраленә 800-ҙән артыҡ ғариза ҡабул ителде – был йәй көнөндәге никахтар һанына тиң, - ти Ракова.
Күпселек парҙар Грибоедов ЗАГС-ында өйләнешергә теләк белдергән, әйткәндәй, был ЗАГС тәүлек әйләнәһенә эшләй. Беренсе пар унда үҙенең никахын 2 февралдә 00.30 сәғәттә теркәйәсәк.
2 февралгә 160-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән, шуға күрә йәштәр өсөн 3 һәм 5 һанлы, шулай уҡ Шилов һәм Гагарин ЗАГС-тары үҙ ишектәрен асасаҡ. 22 февралдә 440-тан артыҡ пар сәсен сәскә бәйләргә ниәтләй. Был көндә никах теркәү тантанаһын яңы матур мәйҙандарҙа үткәрергә була, улар араһында Мәскәү планетарийы бар, тип хәбәр ителә мэрия сайтында.