Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2020, 13:45

673 балаға ярҙам талап ителгән...

Күңелле Яңы йыл байрамы үтте лә китте. Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа кинәнеп ял итте, саф һауала уйнаны, тауҙа шыуҙы, әммә кәйефте боҙған ваҡиғалар ҙа етерлек булды.

Республикала бик күп каток, хоккей майҙансыҡтары төҙөлдө, яһалма тауҙар барлыҡҡа килде. Тик әүҙем ял ҡайһы саҡ хатта махсус ойошторолған урындарҙа ла хәүефһеҙ була алмай шул. Байрам осоронда ғына травмпункттарға төрлө йәрәхәттәр алған 312 бала мөрәжәғәт иткән. Күпселеге ял итеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа имгәнгән. Ғөмүмән, дауаханаларға бөтәһе 673 бала эләккән. Өфө табиптары ашығыс рәүештә 26 операция яһаған. Алыҫ район һәм ҡалаларға ла сығып, кескәйҙәргә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән. Аҡ халатлыларға яңы йылда уңыштар насип итһен. #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Фото: yandex.by
Читайте нас: