Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2020, 16:59

Иҫкесә Яңы йыл менән!

Юлиан календары буйынса Яңы йыл бөгөн, йәғни 13-өнән 14 ғинуарға ҡарай төндә билдәләнә. Халыҡ уны Иҫке Яңы йыл тип атап йөрөтә.

Был байрамды билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылдан баш ала. Ул иҫке юлиан менән яңы григориан календарҙары айырмаһы менән бәйле. Был айырма XX – XXI быуатта 13 көнгә тиң.
Һөҙөмтәлә бик һирәк була торған тарихи феномен – элек юлиан календары буйынса йәшәгән илдәрҙә Яңы йылды ике тапҡыр билдәләү күҙәтелә. Ә дини кешеләр өсөн Иҫке Яңы йыл бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки урыҫтарҙың православие сиркәүе һаман да григориан стиленә күсмәгән. Шуға ла Раштыуа посынан һуң православие динен тотоусылар Яңы йыл етеүен ҙур ихласлыҡ менән байрам итә ала.
Илсе Ғайса Раштыуаһына өҫтәлгән быуаттар һанын дүрткә бүлеп булғанда юлиан һәм григориан календарҙары айырмаһы йөҙ йыл һайын бер көнгә артып бара. Шулай итеп, 2100 йылдың 1 мартында был айырма 14 көнгә етәсәк, һәм 2101 йылдан Иҫке Яңы йыл 14 ғинуарҙан 15-нә ҡарай билдәләнәсәк. Раштыуа ла, тимәк, бер көнгә һуңлай.
Иҫке Яңы йылды билдәләү традицияһы беҙҙең илдә генә таралмаған. СССР тарҡалғандан һуң был байрамды, рәсми рәүештә булмаһа ла, Молдавия, Әрмәнстан, Беларусь, Украина, Ҡаҙағстанн, Үзбәкстан һәм Грузия билдәләй. Ошондай уҡ йола Сербия һәм Черногорияла ла йәшәп килә, сөнки рус сиркәүе кеүек үк, Сербия православие сиркәүе юлиан календары буйынса йәшәүен дауам итә. Сербтар был байрамды Сербия Яңы йылы тип йөрөтә.
Иҫке Яңы йыл Македонияла, хатта Швейцарияның ҡайһы бер немец телле кантондарында ла билдәләнә. Халыҡта ул оҙайлы байрамдарҙың тамамланыу нөктәһе тип тә ҡабул ителгән.
Башинформ.
Читайте нас: