Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2020, 23:05

Кемдәр бушлай йөрөйәсәк?

Яҡын арала Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, шулай уҡ Ленинград блокадаһында булғандарҙы "Яндекс. Такси" хеҙмәте бушлай йөрөтәсәк.

“Тейешле килешеүгә был аҙнала уҡ ҡул ҡуясаҡбыҙ”, - тип хәбәр итте Хөкүмәт ултырышында вице-премьер Ленара Иванова.
Республика буйынса, улар барлығы - 1345 кеше. 841-е яуҙа ҡатнашҡан, 300-ө - Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102-һе Ленинград блокадаһына эләккән һәм 102-һе - бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно. Уларҙың һәр ҡайһыһы айға дүрт тапҡыр "Яндекс" хеҙмәттәренән түләүһеҙ файҙалана аласаҡ. Сәфәр хаҡының 250 һумдан артмауы ла шарт булып тора.
Вице-премьер һүҙҙәренә ҡарағанда, таксила йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк буласаҡ. Киләһе аҙнала Республика социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә махсус телефон номеры булдырыласаҡ. Ветерандар шунда шылтыратып, сәфәргә заявка ҡалдырырға тейеш. Оператор был турала "Яндекс"ҡа хәбәр итәсәк.
“Был проект яҡын арала тормошҡа ашырыла башлаясаҡ”, - тине Ленара Иванова.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: