Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
16 Января 2020, 06:35
Башланғыс клас уҡыусылары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителәсәк
Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, бала мәктәпкә йөрөй башлаһа, ата-әсәләрҙең, айырыуса әсәләрҙең эшкә сығыу, өҫтәмә килем алыу мөмкинлектәре күбәйә, әммә ғаиләнең баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымы ла арта. Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк, тине Владимир Путин.
Мөмкинлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш.
«Башҡа коллегаларҙан был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса Федерацияның барлыҡ субъекттарында башланғыс класс уҡыусылары бушлай сифатлы ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш», — тип өҫтәне Рәсәй президенты.
#ВладимирПутин
Фото: baik-info.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән