Мәке янында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға, эт йәки башҡа йорт хайуандарын алып килергә ярамай. Һыу уйымына табан билдәләнгән һуҡмаҡтан ғына барырға, боҙҙа тайып йығылыуҙан, имгәнеүҙән һаҡ булырға кәрәк. Мәке ситендә кешеләрҙең күмәкләп өймәкләшеүе лә боҙҙоң емерелеп китеү хәүефен тыуҙыра. Һыуға сумырға йыйыныусыларға спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Боҙ ситенән һыуға тура баш менән сумыу тыйыла. Тәнде физзарядка яһап бер аҙ ҡыҙҙырып алғандан һуң ғына һыуға әкрен генә төшөргә кәрәк. Изге һыуҙа 10 секунд ҡойоноу ҙа етә. Сыҡҡас тиҙ генә тәнде ҡоротоп, йылы кейемдәр кейеү һалҡын алдырыуҙан һаҡлаясаҡ.
Руханиҙар билдәләүенсә, мәкелә һыу инеү – йола, әммә мотлаҡ үтәргә кәрәкле ҡағиҙә түгел. Керәшен көнөндә бөтә төр һыу ҙа тылсымға, дауалау көсөнә эйә һәм бының өсөн мотлаҡ боҙло һыуға сумырға тимәгән. Байрам осоронда сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу, һауыттарға изге һыу тултырып алып ҡалыу ҙа етә.
"Осҡон" гәзитенән.