Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 11:15

Данлыҡлы дивизия хөрмәтенә

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһындағы урындағы законға төҙәтмә индерергә ниәтләй. Улар 13 ноябрҙе 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы көнө итеп билдәләүҙе ҡабул итәсәк.

СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты 1941 йылдың 13 ноябрендә милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырыла.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөтәһе алты иҫтәлекле көн бар. Яңыһы менән улар етәү буласаҡ. Данлыҡлы дивизия тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү хуплауға лайыҡ: дивизияның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 78-е — Советтар Союзы Геройҙары, ә бишәүһе — Дан орденының тулы кавалерҙары.

2019 йылда дивизияның беренсе командиры хөрмәтенә республикала генерал Шайморатов ордены булдырылды.

Фото: Юлай Кәримов.

Р Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһындағы урындағы законға төҙәтмә индерергә ниәтләй. Улар 13 ноябрҙе 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы көнө итеп билдәләүҙе ҡабул итәсәк.

Читайте нас: