"Төп дәүләт имтиханын тапшырғанда 9 класс уҡыусылары теориянан тыш, практик һәм лаборатор ғәмәлдәрҙе башҡарасаҡ. Был физика, химия, биология, география фәндәренә ҡағыла.
Имтихандар иҫәбе үҙгәрмәйәсәк, шул уҡ дүрт фәндән тапшырасаҡтар. Уларҙан рус теле һәм математика мотлаҡ булһа, ҡалған икәүһе - теләк буйынса.
Ғаризаны 1 мартҡа тиклем яҙып өлгөрөргә кәңәш ителә. Апрелдә рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһе уҙасаҡ, унда бала үҙенең барлыҡ белемен, русса аралаша белеү оҫталығын күрһәтергә бурыслы. Был осорҙа ата-әсәләрҙең рухи ярҙамы кәрәк, өлкәндәр һәр яҡлап баланы хуплап торһон", - тине министр.
11 класҡа килгәндә, имтихандар графигы үҙгәрмәй, шулай уҡ ваҡытынан алда, төп һәм өҫтәмә ағымдар буласаҡ. "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы 23 майға билдәләнгән, 25 май географиянан тәүге имтихан көтөлә. Әйткәндәй, үткән йылға ҡарағанда БДИ биреүселәрҙең һаны быйыл 260 балаға аҙыраҡ.