Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 11:25

Армияға бара алаһыңмы?

Ҡулына ҡорал алып Тыуған илде һаҡларға әҙерләнгән егеттәрҙең һаулығы нисек?

Рәсәй Оборона министрлығы Хәрби-табип экспертизаһының баш үҙәк начальнигы полковник Александр Чаплюк белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ күрһәткесе яҡшырған, бөгөн саҡырылғандарҙың 78-79 проценты талаптарға тап килә.
Әйткәндәй, егеттәрҙе армияға алыуҙың биш категорияһы бар. "А" хеҙмәткә яраҡлы тигәнде аңлата. Был мәктәптәге "бишле" билдәһе кеүек. Юғары балл, йәштәрҙең сәләмәтлегенең яҡшы булыуын күрһәтә. Ә бына "Б" категорияһы, моғайын, иң таралғанылыр. Ул егеттәрҙең аҙыраҡ сикләүҙәр менән армияға яраҡлылығын раҫлай. "В" - хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ, әммә ғәскәрҙәргә алынмау билдәһе. "Г" категорияһы һаулығы сәбәпле ваҡытлыса ҡулына ҡорал алырға яраҡһыҙлыҡ хаҡында. Бындай үҫмерҙәргә ярты йылдан бер йылға тиклем армиянан сикләү бирелә. Ошо ваҡыт уға – өҫтәмә тикшерелеү йәки дауаланыу өсөн. "Д" йәш кешенең һаулығы хәрби хеҙмәт талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүен аңлата.
Ниндәй ауырыуҙар сәбәпле егеттәр башлыса армиянан кисектерелә һуң? Тәүге урында – һөйәк-мускул системаһы. Был төргә яҫы табанлылыҡ, сколиоз, быуын ауырыуҙары инә. Икенсе урында - ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙары, йөрәк тибешенең төрлө боҙолоуҙары, өсөнсө – ашҡаҙан-эсәк, сей яра сирҙәре.
Фото: xnog.ru
Читайте нас: