Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 13:45

Сит ил студенттары Рәсәй вуздарын яратамы?

Һуңғы ун йылда Рәсәйгә сит илдәрҙән уҡырға килеүселәр һаны ике тапҡырға артҡан.

2010 йылда Рәсәй уҡыу йорттарында 153 мең сит ил студенты белем алһа, 2019 йылда иһә был һан 297,9 меңгә еткән. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сит илдә Рәсәй мәғариф системаһына хөрмәт менән ҡарауҙары тураһында һөйләй.
Был студенттар илдең 688 юғары уҡыу йортонда һәм 465 филиалында белем ала. Иң күбе Ҡазан федераль университетында – 8717, унан ҡала Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында – 7248, Мәскәү финанс-сәнәғәт университетында – 6123, Санкт-Петербургтың Петр Бөйөк политехник университетында – 4976, Юғары иҡтисад мәктәбендә 4362 студент.“Мәғариф” милли проектына ярашлы, 2024 йылда Рәсәйҙә 425 мең сит ил студенты уҡырға тейеш.
Читайте нас: