Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 13:10

Уҙған йылда 1816 медицина хеҙмәткәре эштән бушатылған, 2169-ы — ҡабул ителгән

Былтыр, йәғни 2019 йылда Башҡортостанда 1816 медицина хеҙмәткәрен эштән бушатҡандар, тип хәбәр ителә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Бер йылда һаулыҡ һаҡлау тармағына 2169 кеше эшкә йәлеп ителгән. Шулай итеп, табиптар һәм медицина персоналы хеҙмәткәрҙәре 353 кешегә артҡан.
2020 йылда был һанды 500-гә еткерергә кәрәк, тине республика башлығы Радий Хәбиров.
2300 табипты һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә алырға йыйынабыҙ, тип билдәләне Максим Забелин.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа, Рәсәй президенты мөрәжәғәтнамәһендә күрһәтелгән һан 70-75% тормошҡа ашырылмайынса (һүҙ юғары уҡыу йорттарына медицина һөнәрҙәренә маҡсатлы ҡабул итеү — 70-75% тиклем бюджет урындары хаҡында бара) табиптар өсөн етди конкуренция көтөлә. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына белгестәр йәлеп итеү менән шәхсән шөғөлләнергә һәм табиптарҙы дәүләт ярҙамы саралары менән тәьмин итергә ҡушты.
Читайте нас: