Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 19:50

Ҡыйғы районы хакимиәтенә Зөһрә Гордиенко етәкселек итәсәк

Республикала муниципалитетты етәкләйәсәк тәүге ҡатын-ҡыҙ был.

Уның кандидатураһын төбәк депуттарына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте һәм уның эшлекле, һөнәри сифаттарын телгә алды. Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сығышы менән Учалы районынан. Ул һуңғы һигеҙ йылда Учалы районы хакимиәте башлығының йәмәғәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән.
Ҡыйғы районын дүрт йыл етәкләгән Шамил Мөхәмәтдиновҡа төбәк башлығы рәхмәт белдерҙе һәм С.Юлаев орденын тапшырҙы. Элекке башлыҡ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай аппаратында эшләйәсәк.
Ҡыйғы районы депуттар советы Зөһрә Гордиенконың кандидатураһын хупланы һәм уны район хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүсе итеп тәғәйенләне.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: