Быны аукционда эшләп буласаҡ. Яңы ҡағиҙәләр 2021 йылдан ғәмәлгә инәсәк. Был ваҡытҡаса уларҙы Һалым кодексына индерәсәктәр.
Яуаплы структуралар үҙ ҡарамағында хаҡтарҙы күтәрә йәки кәметә аласаҡ.
Матур номер һатыу буйынса аукциондар электрон майҙандарҙа үтәсәк. План буйынса, һәр номер өсөн сауҙалашыу 30 көн дауам итәсәк. Ставканы һәр теләгән кеше эшләй аласаҡ, тик биш тапҡырҙан күберәк түгел. Алынған сумманың яртаһын төбәк бюджетына бирәсәктәр.
Рәсәйҙең финанстар министрлығы 2020 йылдың 1 июненә операторҙарға талаптар әҙерләйәсәк. Йыл аҙағына тиклем торгтарҙы ойоштороу ҡағиҙәләре әҙер булырға тейеш.
Хаҡтарға килгәндә, улар биш мең һумдан башлап, 600 мең һумға тиклем. Тик ҡағиҙә буйынса, төбәк уны 10 тапҡырға арттыра ала. Тимәк, ҡайһы берҙәренең 6 миллион һумға тиклем етеүе лә ихтимал. Кем машинанан ҡиммәтерәк хаҡҡа номер алыр икән? Ҡыҙыҡ...
Интернеттан алынған фото.