Субсидия Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына бәйле, “Һанлы иҡтисад” милли программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленә. Ул “Һанлы дәүләт идаралығы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Төбәк мәғлүмәт системаһының үҫеше ведомство-ара электрон йоғонто яһауҙың өсөнсө версияһына күсеү өсөн кәрәк. Уның ярҙамында ведомстволар араһында мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә тапшырырға мөмкинлек тыуҙырыласаҡ, тимәк, дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты яҡшыра. Өсөнсө версия дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең яңы төрөн, йәғни ҡағыҙ ҡулланмайынса һәм учреждениеға бармайынса ла тейешле документтарҙы тиҙ арала алырға ярҙам итә.