Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2020, 13:25

Бала һатып байымаҡсы булған...

Ставрополь өлкәһендә йәшәүсе ҡатын яңы тыуған сабыйын һатып ебәргән. 36 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡатын әле йөклө ваҡытында уҡ бала табып байырға йыйына. Ул 2019 йылдың сентябрендә социаль селтәрҙәрдә иғлан тарата, бала һатырға йыйыныуын әйтә. Әлеге тәҡдимгә бер ҡатын-ҡыҙ яуап бирә. Унан һуң ул полицияға хәбәр итә.
2019 йылдың декабрендә, алдан килешеүенсә, алыш-биреш була. Һатып алыусы ҡатын яңы тыуған сабый өсөн 440 мең һум аҡса түләй. Ул оператив-тикшереү саралары сиктәрендә эш итә.
Әлеге ваҡытта бала медицина ойошмаһында. Уның яҙмышын опека органдары билдәләйәсәк. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Татинформ.
Читайте нас: