Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2020, 21:02

Исемле йыл башланды

Быйылғы йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Бөгөн ойоштороу комитеты ултырыш үткәрҙе, унда төп саралар планы билдәләнде һәм раҫланды.

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы, ул ойоштороу комитеты рәйесе булып тора.
Планға төҙөкләндереүҙең төп дүрт йүнәлеше индерелде: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу һәм кәртәләр. Муниципалитет хакимиәттәре был объекттарҙың ағымдағы хәлен тикшереп сыҡҡан һәм бар йүнәлештәр буйынса ла “юл карталары” әҙерләгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, Зауыҡлы биләмәләр йылының төп бурысы – ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш тәьмин итеү.
– Шул уҡ ваҡытта һандар менән үлсәп булмаған тағы бер маҡсат – республика кешеләренә яңырған Башҡортостандың йөҙөк ҡашы уның матурлығында ғына түгел, ә таҙалыҡ һәм тәртиптә икәнлеген аңлатыу. Бар халыҡтан тәртип булдырыу өсөн ҡабул ителгән сараларҙа ярҙам итеүҙе һорайбыҙ: өмәләрҙә, “таҙалыҡ” көндәрендә, тирә-яҡты йәшелләндереү эштәрендә ҡатнашыу кәрәк, – тине Борис Беляев.
Муниципалитеттарҙа аҙна һайын үткәреләсәк санитар таҙартыу буйынса “Таҙалыҡ көндәре”, транспорт һәм башҡа ресурстар йәлеп ителгән өмәләр, ағас, ҡыуаҡлыҡ, сәскә ултыртыу айлыҡтары иғлан ителәсәк.
Исемле йылға әҙерлек 1 февралдә тамамланасаҡ. Таҙалыҡ һәм тәртип булдырыуҙың беренсе этабы Еңеү көнөнә тиклем тамамланырға тейеш, икенсеһе – 10 июлгә тиклем, был осорҙа республика Бөтә донъя Фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ.
– Беҙҙең бурыс – бөтә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу, беҙҙең биләмәләрҙең матур һәм күркәм йөҙөн билдәләү, – тине Андрей Назаров.
Шулай уҡ ойоштороу комитеты Зауыҡлы биләмәләр йылы эмблемаһы варианттарын ҡараны. Макеттарҙы асыҡтан-асыҡ тикшереү ойошторорға тәҡдим ителде.
Фото: Хөкүмәт сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: