Дим буйҙары
+25 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
29 Января 2020, 07:45
Ҡырғыҙ-Миәкәлә Советлар Союзы Геройҙарын иҫкә алдылар
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мемориалға сәскәләр һалды. Миәкә районында эш сәфәре ваҡытында республика Башлығы район үҙәгендә уҙған йыл реконструкцияланған “Дан аллеяһы” скверында булды.
“Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә сквер үҙәгендә фонтан төҙөкләндерелгән, тротуар плиталары һәм яҡтыртыу системалары алыштырылған, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.
Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәре яҙылған стелаларда йөҙләү плиткалары, Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Мансур Абдуллин һәм Иван Максимча бюстары аҫтында нигеҙ яңыртылған.
Радий Хәбиров башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы һәм мемориалға сәскәләр һалды.
Фото: “Башинформ” агентлығынан.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"