Ысынлап та, Р. Зорге урамының 28/3 йорто ихатаһында һеләүһен йөрөгәнлеге раҫлана. Күрһәтелгән урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре килеп етә.
Һеләүһенде сетка ярҙамында тоталар. Тикшергәс, уны үҙенең йәшәү мөхитенә ебәрәсәктәр. Ҡырағай йәнлек шау-шыулы ҡалаға нисек юлыҡты икән? Был һорауға министрлыҡ белгестәре, йылға эргәһендәге урман һыҙатынандыр, тип яуап биргән. Йәнлек үҙен тыныс тотҡан, уға өс йәштәр тирәһе, уртаса ҙурлыҡта. Бер ниндәй ҙә ауырыу билдәләре асыҡланмаған.