Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2020, 16:35

Ауыл хужалығы ҙур мөмкинлектәр аса

27 ғинуарҙа Дүсәндә шәхси эшҡыуарҙар һәм барлыҡ ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле — хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын hәм кооперацияны үҫтереy бyлеге башлығы Илмир Мәхәммәҙиәров менән осрашыу уҙғарылды.

Кyп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә үткән осрашыуҙа үҙ эшеңде асыу hәм уларға ярҙам итеү, яңы эш башлаусы hәм эшләп килеүсе фермерҙар өсөн ташламалар hәм субсидиялар, республика агросәнәғәт комплексын үҫтереy программалары тураһында фекер алыштылар. Район хакимиәте башлығының инвестиция сәйәсәте hәм эшҡыуарлыҡ yҫеше буйынса урынбаҫары Айрат Моратшин районда был йүнәлештә алып барылған эш тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар yҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, тулы яуаптар алды. Бындай осрашыуҙар киләсәктә лә дауакм итәсәк.
Сергей ИВАНОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: