Был ярҙам 26 фермер хужалығында малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә йүнәлтелде.
Күрше Ишембай районының Скворчиха ауылында Александр Приваловтың крәҫтиән-фермер хужалығы 27 миллион һум грантҡа эйә булды. Хәҙер унда һөтсөлөк-тауар фермаһы асылған.
Бында ете кеше эшләй. Фермала голштин тоҡомло ҡара-сыбар 106 һыйыр аҫрайҙар. Бында тәүлегенә 200 литрға яҡын һөт һауып алына, тип хәбәр итәләр РБ Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.