Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 16:10

4 февраль - Яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Рәсәйҙә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө йыл һайын айырым бер темаға арнала. 2019 – 2021 йылдарҙа был сараға «Мин бар һәм мин булсаҡмын» тигән девиз алынған.

Ауырыуға хас билдә – үҙенең ғәҙәти сиктәренән үҫеп сығып, тәндең эргәләге өлөштәренә үтеп инергә һәләтле һәм башҡа органдарға таралыусы аномаль күҙәнәктәрҙең бик тиҙ барлыҡҡа килеүе. Был процесс метастаза тип атала. Тап ошо метастазалар сирҙең үлемгә килтереүенең төп сәбәбе булып тора. Рак бер генә генә күҙәнәктән үҫә башлай. Нормаль күҙәнәктең яман шеш күҙәнәгенә әүерелеүе – күп этаплы процесс. Был үҙгәрештәр кешенең генетик факторы менән өс типтағы тышҡы факторҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә инеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Тышҡы факторҙарға физик канцерогендар (ультрафиолет һәм ионлы нурланыу), химик канцерогендар (асбест, тәмәке төтөнө компоненттары, аҙыҡты бысратыусы матдәләр, мышьяк) биологик канцерогендар (вирустар, паразиттар һәм бактериялар тыуҙыра). Онокологтар мәғлүмәттәре буйынса, ир-егеттәр араһында иң йыш осраған рак ауырыуҙарына – простата биҙе, үпкә, бронхтар һәм трахея сирҙәре, ә ҡатын- ҡыҙҙар араһында күкрәк биҙе һәм аналыҡ яман шеше инә. Ике енес вәкилдәрендә лә тире яман шеше берҙәй киң таралған. Балаларҙа иһә яман сир күберәк ҡан һәм лимфалар системаһын зарарлай, шулай уҡ саркома кеүек ауыр төрө лә йыш осрай.
Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урынды дөрөҫ туҡланмау биләй. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшҡа ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткестәр һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡтар менән дә менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға ла онотмағыҙ. 50 йәштән алып һәр кеше йылына бер тапҡыр мотлаҡ онкологҡа күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологҡа, проктологҡа һәм маммологҡа күренергә кәңәш ителә, ә ир-егеттәр йыл һайын үпкәһенә рентгент тикшереүе үтеп, ашҡаҙанын, йыуан эсәген һәм простата биҙен тикшертеп торорға тейеш. Медицина тикшереүе онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға ярҙам итә.
Читайте нас: