Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 12:55

Машинаны ҡасан алыу отошло?

Автомобиль баҙары йылды хаҡ күтәреүҙән башларға ғәҙәтләнгән тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Быйыл да шул уҡ хәл ҡабатлана. Күҙаллауҙар буйынса, йыл дауамында үҫеш 6 – 8 процент тәшкил итәсәк.

Әле ғинуар дауамында ғына барлыҡ етештереүселәр ҙә бер ни тиклем хаҡты күтәрҙе. Уртаса 2-3 процент тип баһалана. Бының төп сәбәбе – утилләштереү йыйымының ҡырҡа артыуында. Һәм бының менән генә ул туҡтамаясаҡ.

Бөгөн баҙарҙағы иң арзан автомобиль – “Лада Гранта”. Уның хаҡы 11 мең һумға артты һәм иң ябай комплектацияһы 456 мең һум тора. Был машинала ни бары бер хәүеф­һеҙлек мендәре бар, кондиционер менән магнитолаһы бөтөнләй юҡ.

Сағыштырыу өсөн, был аҡсаға өс йыл самаһы тотонолған юғарыраҡ класлы һәм яҡшыраҡ комплектациялы сит ил маркалы автомобиль алырға мөмкин.

“Лада Веста” иһә тағы нығыраҡ ҡиммәтләнде. Был артыу база комплектацияһында айырыуса ныҡ тойола – 23 мең һумға күберәк аҡса кәрәк. Шулай итеп, кондиционерһыҙ һәм ултырғыстарын йылытып булмаған “Веста”ның хаҡы 630 мең һумдан башлана. Уртаса комплектациялар 15 мең һумға артты. “Лада Веста”ның иң популяр моделдәре 700-800 мең һум тора. Иң нығы иһә “Лада Веста Кросс” артҡан. Яңы вариаторлы “Лада Веста SW Cross” алам тиһәң 1,005 миллион һум аҡсаңды әҙерләргә тура киләсәк. Быға тиклем Рәсәй автомобилдәре араһында миллион һумлыҡ сикте тик “Веста”ның “Спорт” модификациялы махсус версиялары ғына үтә алғаны бар ине. Шул уҡ ваҡытта “Веста”ларҙың тулы приводлы варианттары ҡаралмаған. Ә бына икенсел баҙарҙа миллион һумға сағыш­тырмаса яңы 4WD кроссоверҙар алырға була.
1 ғинуарҙан “BMW”, “Audi”, “Mercedes”, “Volvo”, “Chery”, “Hyundai”, “Subaru” компаниялары ла хаҡтары артыу тураһында иғлан итте. Ә ҡайһы берәүҙәр Яңы йыл алдынан уҡ хаҡтарын үҙгәрткәйне. Мәҫәлән, йылдың һуңғы көндәрендә “KIA Ceed” ҡиммәтләнде. Ғинуарҙың тәүге көндәренән беҙҙең халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған “Рено”ларҙың бөтә моделдәре лә 2-2,5 процентҡа артты. Дөйөм алғанда, хаҡы 1 миллион тирәһе булған автомобил­дәрҙең артыуы 20-30 мең һум тәшкил итәсәк.
Үрҙә билдәләгәнсә, Яңы йылдан һуң автомобилдәрҙең артыуы – Рәсәйҙең күп йыллыҡ йолаһы. Былтыр хаҡтарҙы күтәреү НДС-тың артыуына бәйле булһа, быйыл быны утилләштереү йыйымы күтәре­леүенә бәйләйҙәр. Мәҫәлән, двигатель күләме 1-2 литр тәшкил иткән автомобилдәр өсөн ул 94 мең һумға артып китте.
Рәсәйҙә йыйылған ватан һәм сит ил маркалы автомобилдәр өсөн утилләштереү йыйымы бюджеттан дәүләт субсидияһы иҫәбенә компенсациялана ине. Тик бында ла ауырлыҡтар тыуҙы. Декабрҙә ил Хөкүмәте күп компаниялар өсөн дәүләт субсидияһы кимәле кәмейә­сәген белдерҙе. Ни бары үҙебеҙҙең “АвтоВАЗ” менән Рәсәйҙә мотор етештереүе булған “Volkswagen” өсөн ул тулы кимәлдә һаҡланһа ла, башҡалар өсөн кәмеүе ихтимал. Ә был инде, аңлашылыуынса, йәнә хаҡтар артыуына килтерәсәк.
Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, популяр моделдәр утилләштереү йыйымы иҫәбенә хаҡтарҙы 6-8 процентҡа күтәрәсәк. Шуға күрә әлеге 2-3 процент һуңғыһы түгел һәм йыл дауамында тағы хаҡтар артыуға әҙер булырға кәрәк.
Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр ҙа хаҡтар бер туҡтауһыҙ артты. Шуға һатыуҙар 2018 йыл менән сағыштырғанда 3 процентҡа кәмегәйне. Быйыл нисек булыр, әлегә билдәһеҙ. Эксперттар фекеренсә, һатыуҙарҙың 5,8 процентҡа тиклем төшөүе ихтимал.
Бындай шарттарҙа һатып алыу­сыны йәлеп итер өсөн компаниялар нимә уйлай икән? Әлегә саралар тураһында өндәшкән кеше юҡ. Шулай ҙа ғинуарҙан “Беренсе автомобиль” һәм “Ғаилә автомобиле” тигән дәүләт программалары йәнә тергеҙелде. Тик улар элекке кеүек ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмай. Бынан тыш күп кенә банктар “көсләп” тигәндәй страховка таға, шуға күрә дәүләт программаһының файҙаһы күҙгә күренеп кәмей. Бынан тыш бөтә етештереүселәр ҙә үҙҙәренең программаларын тәҡдим итә, мәҫәлән, иҫке машинағыҙҙы трейд-ин буйынса тапшырһағыҙ, яҡшы ғына ташламалар ҡаралған.
Тағы бер кәңәш: яңы автомобиль алырға теләгегеҙ булһа, өлгөрөп ҡалығыҙ! Ғинуар һәм февралдә автосалондар былтыр сығарылған машиналарҙы иҫке хаҡтар менән һата. Ихтыяж кәмеһә лә, быйыл күп кенә яңы машиналар сығасаҡ. Мәҫәлән, “KIA” компанияһы “Seltos” тип аталған компактлы кроссовер әҙерләй, ә “SKODA” уның тура конкуренты “Karoq” тигән машина сығармаҡсы. Күренеүенсә, баҙар урынында тормай. Нисек кенә булмаһын, хәҙер автомобиль көндәлек кәрәк-яраҡҡа әйләнде. Хаҡы артамы, юҡмы, барыбер алырға тура килә. Шуға күрә үҙегеҙ өсөн файҙалыраҡ тәҡдимдәр эҙләп, уйлап ҡына эш итегеҙ.
Читайте нас: