Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 13:20

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының финалына әҙерлек бара

“Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан булдырылған был сарала бик күп гүзәл зат ҡатнашырға һәм еңергә лә өлгөрҙө.

Проект авторы, ойошма рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөнгө йәмғиәттәге роленең ҙур булыуын һәр саҡ әйтеп килә. Был сираттағы, дүртенсе конкурста ла, һәр ваҡыттағыса, әүҙем һәм заман менән бергә атларға тырышҡан апай-һеңлеләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ойоштороу комитетына 500-ҙән ашыу (былтыр 300 ине) ғариза килгән.
Ошо көндәрҙә уның тәүге этабы тамамланды, йәғни муниципалитеттарҙан республика кимәлендә ярышыу өсөн ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителде. Конкурста ун номинация ҡаралған. Улар: «Ҡатын-ҡыҙ – әсә», «Ҡатын-ҡыҙ – лидер», «Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең совет ағзалары йыйылып, ошо конкурстың еңеүселәрен билдәләп, финалын уҙғарыуға әҙерләнеү һәм йылға күҙалланған саралар тураһында һөйләште.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”нең географияһы киңәйә бара. Улай ғына ла түгел, тәүҙә унда милләттәштәребеҙ генә ҡатнашһа, хәҙер республикала йәшәүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙ үҙ һәләтен, эшен, ижадын күрһәтә ала. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә битараф түгел.
Финал 4 мартта “Торатау” Конгресс-холында үтәсәк. Күргәҙмә, мәҙәни программа, ике майҙанда бүләкләү тантанаһы, Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалдарҙы тапшырыу, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар – барыһы ла буласаҡ.
Ултырышта билдәләнеүенсә, башҡалар ҙа өлгө алырлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тағы ла күберәк йәлеп итерлек күркәм сара итеп үткәрергә әҙерлек бара. Быйылғы конкурс Республика башлығының ижтимағи-йәмәғәт ойошмалары өсөн Грантына лайыҡ булды.
Фото: Юлай Кәримов (2019 йылғы финал).
Читайте нас: