Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 13:40

Көн тәртибендә – юлдарҙы таҙартыу

4 февралдә кoслө ҡар яуыу hәм бурандар булыу сәбәпле, Бишбүләк районы хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр hәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһының сираттан тыш ултырышы булды.

Көн тәртибенә ике мәсьәлә ҡуйылғайны: юлдарҙы hәм яҡын-тирә биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу, учреждениелар, ойошмалар hәм күп фатирлы йорттарҙың түбәләрен ҡарҙан таҙартыу. Түбәләрҙең емерелеүен hәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға баҫым яһалды.
Ултырышҡа мәғариф, мәҙәниәт, спорт, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау hәм ауыл хужалығы объекттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге етeкселәре саҡырылғайны. Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт менән район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы hәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Виталий Сергеев, төҙөлөш hәм архитектура бүлеге башлығы Рауил Мөхәмәтшин, Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы башлығы Алексей Никитин сығыш яһаны. 4 февралдә сәғәт 10.00да19 берәмек ҡар таҙартыу техникаһы юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға сыҡты. Районда барлығы 470 километрға яҡын юл таҙартылырға тейеш. Тораҡ пункттарҙың территориялары ауыл биләмәләре хакимиәттәренә хеҙмәт күрһәтеү hәм ауыл биләмәләренә йәлеп ителгән техника менән ҡарҙан таҙартыла. Дүрт берәмек техника көн дауамында Бишбүләк урамдарын таҙартыуға йәлеп ителәсәк.
Ултырышты Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе — район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин алып барҙы. Ул райондың юл хеҙмәтенә ҡарҙы көсәйтелгән режимда таҙартыуға тотонорға, ә социаль, мәҙәни, спорт, сауҙа объекттары hәм ауыл хужалығы предприятиелары етeкселәренә тиҙ арала ведомство ҡарамағындағы биналарҙың түбәләрен ҡарҙан таҙартырға керешергә ҡушты. Район ЕДДСына райондағы юл хәле тураһындағы мәғлүмәтте тәүлек режимында оператив күҙәтеү бурысы йөкмәтелде. Юл хеҙмәттәренә, тәү сиратта, мәктәп автобустарының йөрөү юлдарын таҙартыу мәсьәләһе ҡуйылды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына яңғыҙ йәшәүсе өлкән йәштәге һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға айырым иғтибар бирергә, уларҙың тораҡтарын ҡарарға hәм кәрәк булған осраҡта, йорт тyбәләрен hәм ишек алдарын ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙам итергә кәрәк. Бишбүләк районы хакимиәте автомобиль хужаларынан аҡыллы булырға hәм бик мохтажлыҡ булмағанда юлға сыҡмаҫҡа, hауа торошо фаразын күҙәтеп торорға, йылы итеп кейнергә, телефон, көрәк, буксировка тросы алырға һәм бактағы яғыулыҡ запасы булдырырыуҙы үтенә. Ҡар әсирлегендә ҡалһағыҙ, 112 ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә, берҙәм саҡырыу телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Сергей Иванов,
район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: